+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
22 Август 2020, 17:50

ЫРЫМБУР БАЛАЛАРЫНА КИТАПТАР БАРЫП ЕТТЕ

Өлкәнең 13 мәктәбе башҡорт теленән яңы әсбаптар менән тәьмин ителде

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре Новосергиевка, Ҡыҙыл Гвардия, Төйлөгән, Александровка, Октябрь, Һарыҡташ, Ҡыуандыҡ райондары мәктәптәрендә булды.
Тәүгеләрҙән Ҡотош ауылының белем усағына дәреслектәр тапшырылды. Унда 62 бала уҡый, башҡорт телен теләп өйрәнәләр,
— Беҙгә башланғыс кластар өсөн яҙыу дәфтәрҙәре, һүҙлектәр һәм нәфис әҙәби китаптар ҙа алып килделәр. Иғтибарығыҙ һәм шундай ҙур бүләк өсөн рәхмәт. Ҙур ҡыуаныс менән уҡыу йыылын башлайбыҙ! — ти уҡытыусы Әлфиә Ғүмәрова.
Читайте нас: