+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
21 Август 2020, 15:18

Смартфон ҡыҙығыраҡмы, әллә...

Журналдағы ҡаҙ һынын күреп ҡалғандар ҙа...

Балаларҙың телефон тотоп ултырыуын бынан бер нисә йыл элек хәүефле күрһәк тә, уныһына ла өйрәндек хәҙер.
Шулай ҙа бала саҡ донъяһы телефондағы йәнһүрәттәрҙән күпкә сағыуыраҡ бит ул.
Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылынан апайлы-ҡустылы Рената менән Айтуған Ҡаһармановтар ошо сағыу донъя вәкилдәре. Улар йәйҙең һуңғы көндәрен төрлө уйындар уйнап үткәрә, бөгөн пластилиндан ҡаҙ һынын әүәләгәндәр.
Әйткәндәй, бындай уй балаларға "Аҡбуҙат" журналын ҡарап ултырғанда килә. Ундағы пластилиндан эшләнгән ҡаҙ фотоһын күреп, кескәйҙәр үҙҙәре лә был һынды әүәләргә керешә.
"Телефон ҡыҙығыраҡмы, әллә журналмы?" - тип һорайым.
"Журнал!" - тиҙәр бер һүҙҙән балалар.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: