-7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
28 Июль 2020, 09:20

"Ә МИН ҮҪКӘС, СКУЛЬПТОР БУЛАМ!"

Хатта ҡулына эләккән ҡамыр киҫәге лә тора-бара йә япраҡҡа, йә кешегә әүерелә.

Ҡыҙым Зәриә быйыл 1-се класты тамамланы. Ул һүрәт төшөрөргә, бейергә, йырларға ярата. Шулай ҙа күп төрлө ҡыҙыҡһыныуҙары араһында иң яратҡаны – әүәләү. Бәләкәс кенә сағынан пластилин менән уйнарға ярата ул. Үҫә килә, ҡул араһына килеп ингән төрлө һығылмалы матдәләрҙән фигуралар яһай башланы. Хатта ҡулына эләккән ҡамыр киҫәге лә тора-бара йә япраҡҡа, йә кешегә әүерелә. Тәбиғәтте ярата ҡыҙым. Шуға микән, әүәләргә иң яратҡаны – сәскә, бөжәк, кейектәр. Был һүрәттә Зәриә мөкиббән китеп аҡсәскә (ромашка) яһап тора. Төҙөлөш эштәре менән булған атаһынан цемент иҙмәһе һорап алған да шуны “эшкә еккән”. Бәләкәс кенә айыу балаһы әүәләп, баҡсаға сығарып ҡуйҙы. Йәмләп торһон, ти.
Үҫкәс, һайлаған һөнәре лә яратҡан шөғөлдәренә бәйле булыр, моғайын!
Рәүилә Ғатауллина, Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: