-6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
3 Декабрь 2019, 18:30

ИРХАН— ТАБИБ!

ИРХАН— ТАБИБ! “Тиҙ ярҙам” машинаһыАшыға, ҡабалана.Өҫтә уйнай ҡыҙыл уттар,Сирена ҡабатлана. Машинала — Ирхан ағай,Өҫтөндә ап-аҡ халат.Ауырығанға дарыу бирә,Илағанға — шоколад!

ИРХАН— ТАБИБ!
“Тиҙ ярҙам” машинаһы
Ашыға, ҡабалана.
Өҫтә уйнай ҡыҙыл уттар,
Сирена ҡабатлана.
Машинала — Ирхан ағай,
Өҫтөндә ап-аҡ халат.
Ауырығанға дарыу бирә,
Илағанға — шоколад!
Ялҡаулыҡ
– Табиб ағаай, табиб ағай! Ауыртааа!
– Ни булды, Ильяс? Ҡайһы ерең ауырта?
– Муйынымдың арҡа яғы.
– Нисек була инде ул, ә? Бәлки, елкәңдер әтееү.
– Нисегерәк ауырта, һыҙлаймы, сәнсәме?
– Әллә инде, балалар баҡсаһына барырға тип, торорға уйлаһам, мендәрҙән айырылмай ҙа ҡуя. Әй ҡыйыыын, баш мендәр менән бергә күтәрелгән кеүек, көсөм етмәй.
– Сиреңдең серен белдем, Ильяс. Елкәңә “ялҡаулыҡ” ҡунаҡлаған. Унан ҡотолорға теләһәң, гимнастика, зарядка, физик күнекмәләр эшләй башла. Ялҡаулыҡ шунда уҡ елкәңдән төшөп ҡасасаҡ. Ә һин һауығырһың, үәт!
Зөбәйҙә ИСЛАМОВА.
Читайте нас: