+9 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Март , 17:50

Айгиз Баймөхәмәтов: "Башҡортостан Башлығы әҙәбиәткә ҙур иғтибар бүлә"

Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов "Заман ауазы" проекты сиктәрендә "Башҡортостан яҙыусыларына дәүләт кимәлендә ярҙам күрһәтеү" секцияһында сығыш яһағанда ошолай тип белдерҙе.

Айгиз Баймөхәмәтов: "Башҡортостан Башлығы әҙәбиәткә ҙур иғтибар бүлә"
Айгиз Баймөхәмәтов: "Башҡортостан Башлығы әҙәбиәткә ҙур иғтибар бүлә"

Сарала шулай уҡ Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Валентин Солодовник, Мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов, Башҡортостан яҙыусылары, йәш авторҙар, Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университетының филология факультеты студенттары ҡатнашты.

-- Башҡортостан Башлығының беҙгә, яҙыусыларға ҡарата иғтибары ҙур, - тине Айгиз Ғиззәт улы, - Башҡа төр сараларҙа күрешһәк тә, ул Яҙыусылар союзы эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһына, үҙенең тәҡдимдәрен индерә. Тап уның ярҙамы менән ҙур саралар ойошторҙоҡ, Беларусь Республикаһында башҡорт әҙәбиәте көндәре уҙҙы, киң ҡолас менән "Китап байрам" үтте.

Радий Хәбировтың айырым иғтибары булмаһа, бындай масштаблы сараларҙы ойоштора алмаҫ инек. Башҡортостанда әҙәбиәткә, яҙыусыларға әһәмиәт бирелеүе ҡыуаныс.

Һөнәри яҙыусылар араһында уҙған “Заман ауазы” конкурсы Башҡортостан Башлығының гранттар фонды ярҙамында бойомға ашырылды.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: