+12 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Март , 16:08

“Башҡортостанда әҙәбиәткә айырым иғтибар бүленә”

Рәсәй Яҙыусылар союзы сәркәтибе, Ярославль Яҙыусылар союзы рәйесе, шағир, тәржемәсе Мамед Халилов  “Заман ауазы” проекты сиктәрендә “Тәржемә – хәҙерге заман әҙәбиәтен популярлаштырыу алымы” секцияһындағы сығышында ошолай тип белдерҙе.

“Башҡортостанда әҙәбиәткә айырым иғтибар бүленә”
“Башҡортостанда әҙәбиәткә айырым иғтибар бүленә”

Башҡортостан Яҙыусылар союзы тарафынан бойомға ашырылған сарала Мамед Халилов шулай уҡ Рәсәйҙең әһәмиәтле, көн ҡаҙағына һуҡҡан проекттар, тәржемә эшенең, милли әҙәбиәт өлгөләренең рус теленә тәржемә ителеүенең мөһимлеге хаҡында һүҙ алып барҙы.

  • Сифатлы тәржемәһеҙ киң аудиторияға сығыу мөмкин түгел, - тине ул, - Тап Мостай Кәримдең Рәсүл Ғамзатовты, Ҡайсын Күлиевты тәржемә итеүе арҡаһында уларҙы бар совет донъяһы белә ине. Үҙем шәхсән Рәшит Назаровтың, Рәми Ғариповтың шиғырҙарын тәржемәләү менән шөғөлләндем, киләсәктә лә Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән тығыҙ хеҙмәттәшлеккә өмөтләнәм.

Һөнәри яҙыусылар араһында уҙған “Заман ауазы” конкурсы Башҡортостан Башлығының гранттар фонды ярҙамында бойомға ашырылды.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: