+12 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Июль 2021, 13:52

Өфөлә бер юлы ике донъя рекорды ҡуйылды!

Башҡортостанда VI Бөтә донъя фольклориадаһы дауам итә.

4 июлдә “Ватан” этнопаркында милли кейемдәр парады уҙҙы һәм парадта ҡатнашыусылар ҙур әйлән-бәйләнгә теҙелде. Кисәге көндә бер юлы ике донъя рекорды ҡуйылды!

Хоровод буйынса иң күп ҡатнашыусылар беҙҙә булды. Уларҙың һаны – 57 ил. Милләттәр һаны буйынса ла беҙ алдынғы урынға сыҡтыҡ: әйлән-бәйләндә 71 милләт вәкиле ҡатнашты. Тантанала Рәсәй Рекордтар китабының баш мөхәррире Станислав Коненко ҡатнашты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, фольклориадаға барлығы 37 илдән ансамбль килде. Ойоштороусылар белдереүенсә, әйлән-бәйләнгә Өфөгә турист сифатында килгән башҡа ил кешеләре ҡушылып, һан 57-не күрһәтте.

Читайте нас: