Сара барышында "Аманат" ойошмаhын булдырған, бөтә йәмәғәт эштәрен башлап йөрөгән Айсилә Таһир ҡыҙы Ҡарасурина әлеге көндә төбәк башҡорттары алдында торған көнүҙәк мәсьәләләр, йәмәғәт ойошмаһын рәсми теркәү эштәре тураһында кәңәшләште. Башҡортостан Республикаhының төрлө тарафтарынан килеп, әлеге көндә бер ғаилә булып йәшәгән Сочи башҡорттарын борсоған һорауҙар бихисап. Ойошма ағзалары ҡунаҡтарға Сочи ҡалаhында милли мәҙәниәтте hаҡлап ҡалыу, үҫтереү йүнәлешендә алып барылған эштәр тураhында бәйән итте. Улар башҡорт халҡына бәйле һәр милли байрамды ойоштороп килә, 9 майҙа Еңеү парадында олатайҙары һүрәттәрен тотоп, берҙәм колоннаға баҫа.
Осрашыу йыр-моң менән үрелеп барҙы. Сығышы менан Күгәрсен районанан булған Ривал Рафиҡов ҡунаҡтарға йыр бүләк итте. Белорет hылыуҙары Йәнгүзәл Асҡарова һәм Рәхилә Таипова "Хан ҡыҙы" йырын йырлап та ишеттерҙе, бейеүен дә башҡарҙы. Ҡунаҡтар ҙа, үҙ сиратында, буш ҡул менан килмәгән. Балаларға “Аҡбуҙат” журналдары, комикс форматында сығарылған "Урал батыр" эпосы бүләк ителде. Кескәй Ралина сараның йәме булды. Ул милли күлдәкле ҡурсаҡтар менән бигерәк тә ныҡ ҡыҙыҡһынды.
Лариса Хашим ҡыҙының шулай уҡ" Беҙҙәр" шиғыры күңелдәргә хуш килде яҡташтарыбыҙға. Башҡортостан төрлә төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙгә рухи һәм кәңәш ярҙамы күрһәтергә әҙер. Бында йәшәүселәр үҙҙәре электән “Аҡбуҙат” журналын уҡып үҫкән, эшендә ҡулланған. Шуға күрә улар киләсәктә баҫманы алдырыу теләген дә белдерҙе, балаларҙы милли рухта тәрбиәләү өсөн, тәү сиратта, “Аҡбуҙат”ты алдырырға кәрәклекте һәр милләттәшебеҙ яҡшы аңлай.
“Бөгөн гранттар ярҙамында бик күп саралар ойоштороп була, шуға күрә һеҙгә ошо өлкәне өйрәнергә һәм уңыштарға өлгәшергә теләйем!” – тип тамамланы һүҙен Айнар Бикбулатов.
Фәниә ӘХМӘТОВА, “Аманат” ойошмаһы ағзаһы.